Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 73-сө яҙын билдәләне

Был оло байрам, күңелдәргә берсә ҡыуаныс, берсә һағыш килтерҙе. Һуғыш тарихта ҡалған кеүек тойолһа ла, үткәнебеҙ бер ҙә онотолмай, һәр саҡ хәтерҙә. Бер нәмә лә онотолмай һәм онотолмаясаҡ. Ишембай районы һәм ҡалаһы халҡы ла был иҫтәлекле ваҡиғанан ситтә ҡалманы.
8 майҙа Ишембай районының һәр ауылында Бөйөк Еңеүгә арналған кисәләр уҙҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары, ауылдарҙағы тыл ветерандарын, оло йәштәге инәй һәм бабайҙарҙы байрам сараһына саҡырҙы. Оло йәштәге кешеләр утлы һуғышта ҡатнашмаһалар ҙа, уларҙың күбеһе бәләкәй йәштән фронтҡа ярҙам күрһәткән, тылда хеҙмәт иткән кешеләр.
9 майҙа Ишембай ҡалаһында ла ҙур байрам сараһы уҙҙы. Ул Еңеүселәр паркында сәскәләр һалыу менән башланып китте. Ҡаланың Ленин проспекты буйлап “Үлемһеҙ полк” үтте.
Митингтан һәм хәрби парадтан һуң байрам концерты, һалдат бутҡаһы менән дауам иттте. Еңеү көнө балаларҙың да, ололарҙың да, йәштәрҙең дә көтөп алған байрам феерверкы менән тамаланды.