2017 01 26 17 55 33
 

“Мөнәжәт йыһандан килгән ауаз” тип исемләнгән кисә уҙҙы.

 9 август Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгендә изге йома көнө “Мөнәжәт йыһандан килгән ауаз” тип исемләнгән кисә уҙҙы. Шулай уҡ яҡынлашып килгән Ҡорбан байрамында билдәләп үттек. 

Мөнәжәт байрамын Ильясов Йәүҙәт ағай доға уҡып, теләк теләп асып ебәрҙе. Сөнки элек-электән мосолман халҡы байрам, мәжлестәрҙе доға менән башлап ебәрер булғандар. 

Иң оло ағинәйҙәребеҙҙең береһе Рәйлә Ҡолморзина: "Мөнәжәт – ул көйләп уҡыла торған халыҡ шиғыры. Аллаға мөрәжәғәт итеү”, – тип мөнәжәтен көйләп ебәрҙе. Байрамды дауам итеп Фатима Ишморатова, Тимербикә Татлыбаева, Роза Байымова апайҙарыбыҙ мөнәжәт әйттеләр. 

Ағинәйебеҙ Нәғимә Халикова ла мөнәжәт әйтеп, шулай уҡ мосолмандарҙың иң изге оло байрамдарының береһе Ҡорбан байрамы етеп килеүе менән ҡотланы. Байрамдың нисек килеп сығыу тарихы менән таныштырып үтте. Мәҙәниәт үҙәгенең художество етәксеһе Раушания Вәлиева Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк уҡыны, унда ҡорбан байрамына борон нисек әҙерләнеүҙәре тураһында һүрәтләнә. 

Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре етәксеһе Хаят Сәғит ҡыҙы ла байрам менән ҡотланы.

- Матур-матур йолаларыбыҙҙы бергәләп тергеҙәйек, ағинәйҙәребеҙ күберәк булһын ине, - тигән теләк белдерҙе. 

Кисәнең икенсе өлөшө сәй табыны менән тамамланды.



Опрос

Из каких источников вы узнаете о культурных событиях города и района?