2017 01 26 17 55 33
 

Халыҡ һөйөүен яулаған "Тамаша"

 “Тамаша” премьераға әҙерләнә икән, спектаклдәре ниндәй әҫәр буйынса икәнен сер итеп тоталар... Социаль селтәрҙә Яңы Әптек мәҙәниәт йорто халыҡ театры хаҡында ошо яңылыҡты күреп, хас та ҙур эстрада йондоҙо гастролдәрен көтәләрме ни, тип уйлап ҡуйғайным. “Тамаша” артистары оҫталығын белгәндәр һүҙемде йөпләр – “йондоҙҙар” ары торһон улар уйнағанда! - Серҙе асайым инде, элекке хеҙмәттәшегеҙ, Ишембай драматургы Мөҙәрис Багаевтың “Спид” комедияһын әҙерләйбеҙ. Тамашасы хөкөмөнә спектаклде октябрь аҙағында сығармаҡсыбыҙ, - тип уртаҡлашты Яңы Әптек мәҙәниәт йорто художество етәксеһе, “Тамаша” халыҡ театрын гөрләтеүсе Гәүһәр Латипова. Спектакль премьераһына Мөҙәрис ағай менән “Торатау” гәзите коллективын беренселәрҙән саҡырыуғыҙға ҙур рәхмәт! Районыбыҙ мәҙәниәт йорттарында уңышлы эшләп килгән халыҡ театрҙарының береһе ул “Тамаша”. 2003 йылдан ауылдың һәүәҫкәр артистарын, ғөмүмән, сәхнәгә ғашиҡтарҙы берләштереп, түңәрәк рәүешендә генә эшләй башлаған коллектив 2015 йылда “халыҡ театры” исемен яулай. - Театрыбыҙҙың ҡаҙаныштарында уның нигеҙендә торған Миңзиә Минияр ҡыҙы Исхаҡованың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Сәхнәгә ғашиҡ, талантлы ауылдашыбыҙ түңәрәккә үҙе кеүектәрҙе йәлеп итә алды. Үҙем дә шул замандан театрҙа. Бөгөн коллективыбыҙҙа егермеләп кеше. Үҙебеҙҙең биләмә хакимиәте башлығы Әминә Мәһәҙиеваның ауылдың мәҙәни тормошона битараф булмауы ла театр үҫешенә ярҙам итте, театрҙың әүҙем артистарының береһе ул. Халыҡ театры исемен өс йыл һайын аҡлап торабыҙ. Әлбиттә, театр эшендә күп яҡлы тырышлыҡ мөһим. Коллективтың күңеленә ятҡан пьеса табыуҙан башлап, район ауылдарына гастролдәргә сығыуға тиклем күпме хеҙмәт һалырға кәрәк. Ә иң мөһиме – дәртле, һәләтле, үҙҙәрен ысындан да халыҡ артисы тип әйтеп булған ауылдаштарыбыҙ бар, - ти Гәүһәр Абдулхай ҡыҙы. М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, Т. Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!”, Т. Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”, “Беҙ бит ауыл малайҙары”, И. Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары!”, Г.Әхмәтҡужинаның “Йөрәк нисек түҙәлер”, Н. Ғәйетбайҙың “Әстәғәфирулла!” , Д.Сәлиховтың “Ҡатын түгел – аждаһа”, Н.Асанбаевтың “Рәйсә+Фәйзи” әҫәрҙәре буйынса ҡуйған спектаклдәрен, район-ҡала кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашҡан мәлдәрен барлағанда, их, быларҙың барыһының видеояҙмаһы булһа икән, тип ҡуйҙым. Ауыл тарихы өсөн ниндәй бай мираҫ бит был. Хәйер,”Тамаша” коллективы үткән уңыштарын барлау менән мауыҡмай, бөгөн ең һыҙғанып, дәртләнеп эшләйҙәр. Репетицияға кисен Салауаттан ауылға килеп етә һалған Рәфҡәт ағай Суфиянов кеүек артистар, Миңзиә Исхаҡова, Зилә Сәлихова, Әхмәт Яҡупов, Әлфизә Латипова, Фәриҙә Мостафина, Зифа Самикова ише ҡасан роль бирәһең, ниндәй әҫәр ҡуябыҙ, тип дәртләндереп торған ауылдаштар барҙа ҙур әҫәрҙәргә ҡыйыу тотонорға була. Әйткәндәй, быйыл Йәнырыҫта үткән “Күңелле кулисалар” район театр коллективтары конкурсында “Иң яҡшы ир-егеттәр роле” номинацияһына тап “Тамаша” театры актеры - Рәфҡәт Әбдрәхим улы лайыҡ булды. Гәүһәр Латипова иһә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” н башҡарыусы тип танылды. Ундағы тамашасының йығылып ятып көлөүе әле булһа иҫтә - комедияны шулай уйнарға кәрәк ул! Тамашасы тигәндән, “Тамаша” халыҡ театрын һәр ауылда ихлас көтәләр. Хас элеккесә халыҡсан итеп, ауыл күстәнәстәре менән, матур табын ҡороп. Ҡулдан килһә, халыҡ артисы исемен бирер инек, тип оҙаталар. - Ауыл халҡы иң рәхмәтле, иң ихлас тамашасы ул. Ауылдарға күберәк йөрөү мөмкинлеге сығып торһа ине, бар күңелебеҙҙе һалып тыуҙырған ижад емешебеҙҙе халыҡ күрһен, тип тырышыуыбыҙ. Театр – ул ҙур тәрбиә ҡоралы, шуны ҡулланырға кәрәк, - Гәүһәр Абдулхай ҡыҙының был һүҙҙәре менән нисек килешмәйһең. Театр сәнғәтенә, тамашасыһына тоғро “Тамаша” халыҡ театрына яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ, әлегеләй халыҡ рәхмәте, һөйөүе ҡаҙанып эшләгеҙ!

Автор: Эльвира Әлмөхәмәтова

Опрос

Из каких источников вы узнаете о культурных событиях города и района?