2017 01 26 17 55 33
 

Иң шәп мөнәжәтселәр кемдәр?

 Иң шәп мөнәжәтселәр кемдәр?
Сибай ҡалаһында VII төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы тамамланды. Унда төрлө райондарҙан һәм күрше өлкәләрҙән йөҙҙән ашыу бәйгесе ҡатнашты.


Шарттарға ярашлы, быйыл конкурста еңеүселәр мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләре номинациялары буйынса билдәләнде.

Яңғыҙ башҡарыусылар араһында гран-приға Хәйбулла районынан Илдар Юнысов лайыҡ булһа, коллективтарҙа – Белорет районынан “Үткәл” фольклор ансамбле.

Мөнәжәт әйтеүселәрҙән иһә беренсе урынды Әбйәлилдән Зөбәйлә Зарипова алды, нәсихәт һөйләүҙә Йылайыр районынан килгән туҡһан йәшлек Сәрүәр Насироваға етеүсе булманы. Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләрен әйтеү буйынса беренселек Ишембай ҡалаһынан Рәйлә Ҡалмырҙинаға тапшырылды.



Кәримә УСМАНОВА. Сибай ҡалаһы.

Фото: автор.

Опрос

Из каких источников вы узнаете о культурных событиях города и района?