2017 01 26 17 55 33
 

Ишембай ҡалаһының милли мәҙәниәттәр үҙәгендә "Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәге ойошторолоуҙың 30 йыллығына арналған сара үтте

 

Ишембай ҡалаһының милли мәҙәниәттәр үҙәгендә "Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәге ойошторолоуҙың 30 йыллығына арналған сара үтте. Республикабыҙҙың 100 йыллығы сиктәрендә уҙғарылған ғилми - ғәмәли конференцияла йәш ғалим, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Мәләүез ҡалаһындағы "Көнгәк" башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороусы Сәйфулла Әмиров, Салауат ҡалаһындағы "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороусы, яҙыусы Мөхтәр Сабитов, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары, ҡала йәмәғәтселеге ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының нигеҙ ташын ҡойған Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсына һәм һәйкәленә сәскәләр һалды.

Сибәғәт Рахманғолов.

 



Опрос

Из каких источников вы узнаете о культурных событиях города и района?