2017 01 26 17 55 33
 

1 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, Рәсәйҙә “Ҙур этнография диктанты” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

1 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, Рәсәйҙә “Ҙур этнография диктанты” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Урындағы ваҡыт менән 11.00 сәғәттә был сараға Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында һәм сит илдәрҙә ҡушылдылар.

Илебеҙҙә бындай диктант яҙыу дүртенсегә ойошторола һәм ул этнографиянан белем кимәлен, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтар тураһында мәғлүмәтле булыуҙы баһаларға ярҙам итә. Диктантта барлығы 30 һорау бирелде, уларҙың 20-һе барыһы өсөн дә уртаҡ булһа, ҡалған 10-һы айырым төбәккә ҡағыла.

Әйтергә кәрәк, былтыр Рәсәйҙә һәм сит илдә 4567 майҙансыҡта 392 мең кеше диктант яҙһа, Башҡортостанда был акцияла 3100-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Быйыл иһә республикабыҙҙа 55 майҙансыҡ ойошторолдо.

“Ҙур этнографик диктант” акцияһынан ишембайҙар ҙа ситтә ҡалманы. Бөгөн ҡала үҙәк китапханаһы белемдәрҙе һынау майҙанына әйләнде. Билдәләнгән ваҡытҡа байтаҡ яҡташыбыҙ йыйылғайны.

- Үҙемде һынап ҡарағым килде. География уҡытыусыһы булараҡ, ундағы һорауҙарҙы артабан дәрестә лә ҡуллана аласаҡмын, сөнки 9-11 кластарҙа этнография үтелә, - тип был сараның әһәмиәтен аңлатты диктант яҙыусыларҙың береһе Юнир Ғарифуллин.

Ниндәйҙер сәбәптәр менән төбәк майҙансыҡтарында белемдәрен һынап ҡарауҙа ҡатнаша алмағандар өсөн онлайн-тест үтеү юлы хәстәрләнгән. Уны Ҙур этнографик диктанттың рәсми сайты аша (www.miretno.ru) 1-енән 4 ноябргә тиклем үтергә була.



“Организаторами «Большого этнографического диктанта» выступают Федеральное агентство по делам национальностей и Министерство национальной политики Удмуртской Республики. Партнером Диктанта выступает Федеральное агентство по делам Содружества Независимых Государств, соотечественников, проживающих за рубежом, и по международному гуманитарному сотрудничеству (Россотрудничество).

Организатором в Республике Башкортостан выступают Министерство культуры Республики Башкортостан, Министерство образования Республики Башкортостан, ГБУ Дом дружбы народов Республики Башкортостан.
Фото: автор Резеда Шәнгәрәева.



Опрос

Из каких источников вы узнаете о культурных событиях города и района?