2017 01 26 17 55 33
 

Һәләтлеләр айырым шарт талап итмәй

 

Коронавирус эпидемияһы күп ойошмаларҙың эшен ваҡытлыса туҡтатып торорға йәки үҙ бурыстарын алыҫтан тороп башҡарырға мәжбүр итте. Улар араһында мәҙәниәт, спорт, мәғариф һәм башҡа коллективтар бар. Ниндәй шарттарҙа булды улар был осорҙа? Ошо үҙенсәлекле режимдың һөҙөмтәләрен нисек баһаларға, киләсәктә лә ҡулланырлыҡмы? Был һорауҙарға яуапты Ишембай ҡалаһы һәм районы миҫалында эҙләп ҡарайыҡ.

Нәсимә СОБХАНҒОЛОВА, Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе:
– Донъяла килеп сыҡҡан был афәт мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағылмай ҡалманы. Хатта иң беренсе ҡағылғаны беҙҙең өлкә тип әйтергә лә булалыр, сөнки бик күп билдәләнгән саралар, байрамдар үткәрелмәй ҡалды. Былтыр уҡ ошо йылға ҡарата матур пландар ҡороп ҡуйғайныҡ. 27 июнгә бөтә Рәсәйгә билдәле Торатау йыйынын үткәреү билдәләнгәйне. Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡабул итеүгә ҙур әҙерлек бара ине. Башҡорт теленә арналған бәйге һәм башҡа күп саралар планлаштырылғайны.

Райондағы күп мәҙәниәт учреждениеларында ремонт башланғайны, ҡайһы берҙәрендә тамамланып та өлгөрҙө. Әлеге хәлдәр арҡаһында халыҡты күпләп йыйыуҙы күҙ уңында тотҡан бөтә был саралар кисектерелде.

Шулай ҙа байтаҡ сараларҙы онлайн тәртибендә үткәреүгә өлгәштек. Онлайн-конкурстарҙа призлы урындар яулаған мәҙәниәт йорттарыбыҙ ҙа бар. Дөрөҫ, компьютер ярҙамында дистанцияла эшләү алымын бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә тулыһынса белә тип әйтеп булмай, бының өсөн ваҡыт талап ителә бит.

Тик артта ҡалырға ла ярамай. Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ла, Башҡортостан буйынса булғандарында ла ҡатнашырға тырыштыҡ. Ауырыраҡ, әлбиттә, шулай ҙа заман тыуҙырған был проблеманы еңеп сығып киләбеҙ. Онлайн режимында мастер-кластар үткәргән сәнғәт әһелдәребеҙ ҙә бар. Рәсәй көнөнә матур ғына концерт әҙерләнек, ул да онлайн рәүешендә күрһәтелә. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған концерт та әҙерләнек.

Коллективы 50 кешенән ашмаған учреждениеларҙа репетиция һәм башҡа саралар, йәғни халыҡты йыймай ғына шөғөлләнеү үткәрергә рөхсәт. Әгәр ҙә эшләүселәр һаны ошо һанды аша икән, сират төҙөлә – берәүҙәр эш урынына килә, икенселәр был көндә ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнаша.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – күңелдәре һиҙгер, шәфҡәтле кешеләр, шуға күрә оло йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек һәм дарыу менән тәьмин итеүҙә, битлектәр таратыуҙа ярҙамлашыуҙа, ирекмәндәр хәрәкәтендә лә беҙҙең коллектив ағзалары, ғөмүмән, сәнғәт кешеләре әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр мәҙәниәт йортонда битлек тегеүҙе лә ойошторҙо, һуңынан уларҙы ололарға таратып сыҡтылар. Ауылдарҙа ла был эш йылдам барҙы, ауыл хакимиәттәре менән берлектә эшләнек.

Был ярҙам әле лә дауам итә. Полиция вәкилдәре менән берлектәге рейдтарға сығабыҙ, битлекһеҙ йөрөгәндәрҙе туҡтатып, уларға битлек тоттороп китәләр. Әлбиттә, был эш ирекле рәүештә башҡарыла, бер кемгә лә мотлаҡ үтәргә тигән задание бирелмәй. Шулай ҙа мөмкинлеге булған һәр мәҙәниәт хеҙмәткәре сыға. Эш хаҡы һаҡланып ҡалыуы ла быға намыҫ яғынан этәргес бирәлер, моғайын. Бөгөнгө хәлде аңлаған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәребеҙгә шул тиклем рәхмәтлемен.

Районыбыҙҙа “Таҙа йома” тигән акция ла әүҙем үтте: урам-ихаталарҙы таҙартыу, ағас ултыртыу өмәләрендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ ҡатнашмай ҡалманы. Халыҡ һабантуйҙарҙы ла һағынды, яҡын киләсәктә был пандемия афәте үтер, мәҙәниәт усаҡтары тағы гөрләп китер, тип ышанабыҙ.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Опрос

Из каких источников вы узнаете о культурных событиях города и района?